Бөгөн ата - әсәләр өсөн асыҡ ишектәр көнө уҙҙы.
Декабрь 12, 2025
Просмотров: 73
Башҡорт теле көнөнә арналған саралар дауам итә.
Бөгөн ата - әсәләр өсөн асыҡ ишектәр көнө уҙҙы. Башҡорт теле уҡытыусыһы Болғаирова Г.М. ата – әсәләрҙе баҡсабыҙҙа башҡорт теле нисек өйрәнелеүе хаҡында һөйләп үтте һәм быйылғы уҡыу йылына индерелгән “Аҡбуҙат” проекты менән таныштырҙы. Проекттың маҡсаты: мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа башҡорт телен, тел мәҙәниәтен белеү кимәлен күтәреү, шулай уҡ милли балалар баҡсаларында белем биреү эшмәкәрлеген камиллаштырыу.
Ата – әсәләр төркөмдәрҙә проект сиктәрендә үткәрелгән асыҡ дәрестәрҙә булды. “Кояшҡай” төркөмөндә Л.Ҡ. Ижбаева “Минең ғаиләм” темаһына, “Аҡ сәскә” төркөмөндә Ф.Х.Хөсәйенова “ Ҡар бөртөгө менән сәйәхәт“ темаһына белем биреү эшмәкәрлеген күрһәттеләр.
Был проектҡа ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.Башҡорт телен үҫтереүгә һәм һаҡлауға ҙур аҙым булыр тип ышанабыҙ.