1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. #Башҡорттелекөнө #Башҡорттеле2020

#Башҡорттелекөнө #Башҡорттеле2020

Декабрь 14, 2020 Просмотров: 37

20 ноябрҙән  14 декабргә тиклем беҙҙең “Уралҡай” балалар баҡсаһында Башҡорт теле көнөнә арналған бик күп саралар үтте.

Һәр төркөмдә башҡорт телендә шиғырҙар,йырҙар яңғыраны, халҡыбыҙҙың тарихы,милли йолалары,көнкүреше,әкиәттәре,уйындары,сәңғәте менән таныштырыуҙы үҙ өҫтөнә алған мауыҡтырғыс дәрестәр үтте.

Баҡсабыҙҙың тәрбиәләнеүселәре республика кимәлендәге “Мин Башҡортостанды һүрәткә төшөрәм” хештеге аҫтында үткәрелгән һүрәт төшөрөү конкурсында ла әүҙем ҡатнашты.

Шулай  уҡ тәрбиәселәр һәм балалар  республика онлайн –шиғыр һөйләү конкурсында ла бик актив сығыш яһанылар.

Р Хажиәхмәтов "Әсәм тҽлҽ-туған тҽл"

Мостай Кәрим "Ҡайын япрағы тураһында"

Риф Мифтахов "Мираҫ"

Зайнаб Биишева "Башкорт теле"


“Миләшкәй” һәм “Аҡ сәскә” башҡорт төркөмдәре “Мин башҡортса һөйләшәм” флешмобына ла әүҙем ҡушылды.

Был саралар барыһы ла башҡорт теленә һөйөү,уны өйрәнергә теләк,башҡорт теленең баһаһын күтәреүгә һәм пропагандалауға нигеҙ булып тора.