Ҙур этнографик диктант/Большой этнографический диктант
Бөгөн, Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған саралар сиктәрендә, “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәти акцияһы башланды. Ул бишенсе йыл рәттән үткәрелә һәм ошо йылдар дауамында унда 46 илдән 1 200 000 тирәһе кеше ҡатнашҡан. Быйылғы диктант 3–8 ноябрь арауығында онлайн-алымда ойошторола. Ул халыҡтың этнографик, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар тураһында белем кимәлен баһаларға, киң ҡатлам йәмәғәтселектең иғтибарын милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек мәсьәләләренә йүнәлтергә булышлыҡ итә. Был сараға беҙҙең балалар баҡсаһы коллективы ла өүҙем ҡушылды.
В рамках Дня народного единства прошла Международная просветительская акция "Большой этнографический диктант, которая проводится пятый раз и является юбилейной. За все года в ней приняли участие около 1200000 человек. Диктант проходил в единый период — с 3 по 8 ноября в онлайн-формате. В этом году активное участие в акции приняли и педагоги нашего детского сада.