23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө
Февраль 19, 2021
Просмотров: 43
23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө. Шул айҡанлы, бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында музыкаль — спорт байрамдары үтте.Был байрамда балалар, сабырлыҡ һәм йылғырлыҡ сифаттарын күрһәтеп, төрлө бәйгеләрҙә һәм эстафеталарҙа ҡатнашты.Сарала патриотик йырҙар йырланды, шиғырҙар һөйләп бейенеләр ҙә, мәргәнлектә лә көс һынаштылар.Байрам бик күркәм һәм файҙалы булды.
Беҙ, Уралҡай балалар баҡсаһы коллективы, барлыҡ ир — егетттәрҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ.